Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостан вахтовиктарын бергә сәй эсергә саҡырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Мәскәү аэропортында Башҡортостан вахтовиктары менән осрашыуы тураһында һөйләне.

«Йәш, матур егеттәр эргәмә килде. Башҡортостандан, вахта менән эшләйҙәр. Һөйләшеп киттек. Эйе, улар ярайһы ғына аҡса эшләй – беҙҙең предприятиелар ундай хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә алмайҙыр, моғайын. Ләкин уларҙың барыһы ла тыуған яҡта эшләргә теләүҙәрен әйтте. Аҙаҡтан кафела эшләгән нәфис ханым менән аралаштыҡ. Баҡтиһәң, ул да – Башҡортостандан икән, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан. Вахта менән эшләй», — тип һөйләне Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, вахта миграцияһы темаһы – күп аспектлы һәм күп төрлө. Башҡортостан етәксеһе вахтовиктарҙы бер табынға йыйып, уларҙың тормошо, мохтажлыҡтары, пландары һәм ошондай эштең сәбәптәре тураһында һөйләшергә тәҡдим итте. «Бәлки, улар күпләп тир түккән биләмәләрҙә ниҙер эшләргә мөмкиндер», — тине Радий Хәбиров. «Иҡтисад ҡуҙғалһа, эш хаҡы артһа, вахта миграцияһы күренеше үтер. Ауылдарҙы үҫтереү программаһы ла – кешеләрҙе өйҙә ҡалдырыу ысулы, кеше балалар баҡсаһының да, бөтә тейешле инфраструктураның да яҡында ғына икәнен аңлаһын өсөн», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Башҡортостан хеҙмәт мигранттарының абсолют һаны буйынса беренсе урынды биләй. Яҡынса 150 мең кеше даими рәүештә аҡса эшләргә юллана, 100 меңләгәне — Ханты-Манси автономиялы округы төбәктәренә. Мигранттарҙың күбеһе Башҡортостандың Хәйбулла, Йәрмәкәй, Краснокама, Мәсетле райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән сиктәш биләмәләрҙән сыға.

http://www.bashinform.ru/news/1320652-radiy-khabirov-priglasil-vakhtovikov-iz-bashkirii-na-sovmestnoe-chaepitie/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть