Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала балалар баҡсаларына сират асыҡ була

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

21 июнгә тиклем Башҡортостанда «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика сираты» бөтәһенә лә асыҡ була. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо турала белдерҙе.

«Беҙ системаны эшләүселәргә мөрәжәғәт иттек, һәм ошо аҙна аҙағына уҡ ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе, ниндәй мәктәпкәсә ойошмаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәтте күрә алыр. Хәҙер сиратта торорға һәм башҡа юлдар менән мәғлүмәт алырға кәрәкмәй», — тип аңлатты ведомство етәксеһе.

Ул шулай уҡ ата-әсәләрҙең балалар баҡсаларына юлламалар мәсьәләһе буйынса министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеүҙәрен билдәләне. Ялыуҙарҙың (70 осраҡ) яртыһынан ашыуы тап мәктәпкәсә учреждениеларға сиратҡа ҡағыла.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров киләһе оператив кәңәшмәгә балалар баҡсаларын төҙөү һәм шәхси мәктәпкәсә учреждениеларға ярҙам күрһәтеү тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.

Әле төбәктә 3 йәшкә тиклемге 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламалар алыуға сиратта тора. 2021 йылға Башҡортостан властары ошо йәш төркөмөндәге кескәйҙәрҙе урындар менән 100% тәьмин итергә ниәтләй. Республиканың 16 муниципаль районында, шул иҫәптән Өфөлә ошо мәсьәләне йырып сығыуға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала.

http://www.bashinform.ru/news/1320501-v-bashkirii-ocheredi-v-detskie-sady-stanut-otkrytymi-/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть