Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Тамыр» телестудиялары селтәре булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Тамыр» телеселтәре — «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойоштора башлаған республика милли гимназияларының телестудиялар селтәре шулай  атала.

Мәктәптәрҙә телестудиялар эше башҡорт телен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, балаларҙың ижади үҫешенә һәм һөнәр һайлауына булышлыҡ итергә тейеш. Яңы проект аралашыу, гимназиялар араһында тәжрибә алмашыу майҙансығы булыр тип күҙаллана. Уның барышында медиаконтент булдырыу, мәғлүмәти видеосюжеттарҙың үҙенсәлектәре буйынса вебинарҙар, профессионалдарҙың оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, шәхси телепроект әҙерләү, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, иң яҡшы сюжеттарҙы һәм программаларҙы эфирҙа күрһәтеү ҡаралған. Йыл аҙағында режиссерҙар, операторҙар, хәбәрселәр араһында иң көслөләрҙе бүләкләү сараһы ойошторола.

Беренсе тренингта Башҡортостандың 11 гимназияһынан 100-ләгән бала ҡатнашты. Өфөлә «Тамыр» телеканалында Ағиҙел, Бәләбәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, шулай уҡ Балаҡатай, Ғафури, Мәсетле, Салауат райондарынан командалар йыйылды. Абруйлы телефестивалдәрҙә бик күп наградалар яулаған «Тамыр» телеканалы белгестәре ҡыҙыҡлы, бай программа ойошторҙо. Тәүге осрашыуҙа телевизион контент булдырыу буйынса теоретик белем бирелде, биш командалағы балалар үҙҙәренең беренсе телесюжеты өҫтөндә эшләне, шулай уҡ танылған башҡарыусылар МС-Bash, Алтынай Вәлитов, Ғайсар Миңлеғолов ҡатнашлығында көнүҙәк ток-шоу әҙерләп үткәрҙе.

«Балалар телевидение хеҙмәткәре эшенең бөтә этаптарын тәүге тапҡырҙан уҡ үтте: концепция әҙерләү һәм сценарий яҙыу, төшөрөү, монтаж. Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Тамыр», «Юлдаш» радиоһы менән яҡындан танышты, өс каналдың алып барыусылары менән аралашты, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Үҫмерҙәрҙең үҙ видеоконтентын булдырыуға ҡыҙыҡһыныуы ҙур. «Тамыр» телеселтәре был ҡыҙыҡһыныуҙы кәрәкле йүнәлешкә бора алыр. Гимназия директорҙарына рәхмәт, беренсе осрашыуға өс мәктәп урынына 11-ҙе йыя алдыҡ. Был — башҡорт телен үҫтереүгә, туған телдәге мөхитте киңәйтеүгә тағы бер аҙым».

Проект «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1320418-v-bashkortostane-sozdaetsya-set-telestudiy-tamyr/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть