Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Дәүләт автоинспекцияһы «Бурыслы» операцияһының башланыуы тураһында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостан биләмәһендә 17 июндән «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Сараның төп маҡсаты — транспорт дисциплинаһының кимәлен күтәреү. Был осорҙа инспекторҙар штраф түләмәүселәрҙе асыҡлай һәм закон билдәләгән яуаплылыҡҡа тарттыра.

«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Түләнмәгән штрафы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. 2019 йылдың башынан ошондай 6,5 меңдән ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды», — тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән өсөн граждандарға «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ материал төҙөлә. Статья икеләтә күләмдәге штрафты, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота. Штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.            

http://www.bashinform.ru/news/1320465-gosavtoinspektsiya-bashkirii-obyavila-o-starte-operatsii-dolzhnik/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть