Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Хоҡуҡ яҡлаусы Зөлфиә Ғайсина Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Хоҡуҡ яҡлаусы һәм юрист Зөлфиә Ғайсина «Яблоко» партияһынан Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтелде. Был хаҡта «Башинформ»ға уның Башҡортостан бүлексәһе лидеры Альберт Хөсәйенов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ҡарар 15 июндә партияның төбәк бүлексәһенең сираттан тыш конференцияһында ҡабул ителде. Йәшерен тауыш биреүҙә ҡатнашҡан 21 делегаттың 16-һы Зөлфиә Ғайсина өсөн тауыш бирҙе. Уның дәғүәсеһе Камил Ғөбәйҙуллин өсөн иһә биш тауыш йыйылды.

«Беҙҙең яҡтан бөтә нормалар ҙа үтәлде. Конференцияға килгән төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле быны раҫланы», — тип һөйләне Альберт Хөсәйенов.

«Зөлфиә Ғайсина – беҙҙең кеше һәм беҙ уның менән ғорурлана алабыҙ. Ул — йәш, аҡыллы, дәртле, юғары әхлаҡи ҡиммәттәр яҡлы, Рәсәйҙең киләсәге – шундай ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында», — тип өҫтәне партияның Башҡортостан бүлексәһе лидеры.

Өҫтәп шуны әйтеп үтәйек: 39 йәшлек Зөлфиә Ғайсина Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ яҡшы билдәле.      

http://www.bashinform.ru/news/1320370-provozashchitnitsa-zulfiya-gaysina-vydvinuta-kandidatom-na-post-glavy-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть