Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Журналистар Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн, 14 июндә, Башҡортостан матбуғаты көнө билдәләнә. Байрам көнөндә Өфөлә яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалынды. Һәйкәл республика Матбуғат йорто алдында урынлашҡан.

Сарала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хәкимова, Журналистар берекмәһе рәйесе Артур Дәүләтбәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, журналистика ветераны Марсель Сәлимов, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Йыйылыусылар журналистика тарихы, заман саҡырыуҙары, журналистарҙың яуаплылығы һәм берҙәмлеге хаҡында һөйләне.

«Башҡортостан журналистары бәхетле, сөнки үҙебеҙҙең байрамыбыҙ, журналистар өсөн дәүләт наградаһы, маҡтаулы исемдәребеҙ бар. Бөгөн журналистар йола буйынса Шәһит Хоҙайбирҙинды иҫкә алыу өсөн ошо һәйкәл янына йыйылды», — тине Башҡортостандың Журналистар берекмәһе рәйесе Артур Дәүләтбәков.

Белешмә. Быуат башындағы революция ваҡиғалары Рәсәйҙә милли хәрәкәттәрҙе әүҙемләштерә. Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезынан башҡорт делегаттары милли йыйын уҙғарырға кәрәк тигән фекер менән ҡайта. Башҡорт милли хәрәкәтен туплау өсөн үҙебеҙең гәзитте сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителә. 1917 йылдың 14 июнендә беренсе башҡорт гәзите «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире»нең беренсе һаны донъя күрә. Гәзиттең мөхәррире итеп Сәғит Мерәҫов тәғәйенләнә. Гәзиттең сыға башлауы башҡорттарҙың тарихында яңы этаптың үҫешенә нигеҙ һала. Республика Президенты Указы менән 14 июнь Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан ителә. Әлеге ваҡытта республиканың Журналистар берекмәһендә 1500-ҙән ашыу журналист иҫәпләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1319870-zhurnalisty-otmechayut-den-rabotnikov-pechati-i-informatsii-respubliki-bashkortostan/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть