Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Евразия йөрәге»ндә донъя кимәлендәге уникаль пиротехник шоу көтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

14 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында республиканың 100 йыллығы уңайынан «Алға, Башҡортостан!» концерты була, ул уникаль пиротехник шоу менән тамамлана.

Ҡала күген Башҡортостандың милли флагы төҫөндәге меңдәрсә ут биҙәй. Ун бер меңгә яҡын залп бирелә, ә фейерверктарҙың бейеклеге 150 метр була. Сәхнәгә яҡын торғандарҙың «Өфө» тигән яҙыуҙы ла күреү мөмкинлеге бар.

Байрам фейерверкын ойоштороусылар бөтә донъяла 8 меңдән ашыу шоу үткәргән. Улар иҫәбендә — Беренсе Европа уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары, «Яңы тулҡын» халыҡ-ара йәш башҡарыусылар конкурсы, «Евровидение» йыр конкурсы, «Формула-1»-ҙең Гран-прийы.

Шоуға әҙерләнеүгә һәм ҡорамалды монтажлауға бәйле 13 июндән Салауат Юлаев һәйкәле майҙанының уң яғы ябылды. 14 июндә киске сәғәт 7-нән 12-се яртыға тиклем майҙанға инергә ярамай.

14 июндә фестиваль сәхнәһендә эстрада йондоҙҙары Элвин Грей/Радик Юлъяҡшин, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Рушана Вәлиева, РНТ, Наҙгөл Отузова, «Пицца», «Бүреләр», «Zaman» (Мәскәү) төркөмдәре сығыш яһай. Тамашасылар шулай уҡ Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө менән берлектәге сығышын ҡарай ала. Кисәнең хедлайнеры — Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Алһыу.    

http://www.bashinform.ru/news/1319692-zhiteley-ufy-na-serdtse-evrazii-zhdet-unikalnoe-pirotekhnicheskoe-shou-mirovogo-urovnya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть