Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров: «Интернетта төп маҡсаттар булдырыусы — дәүләт»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Рушана Ибраева/.

Өфөлә «Digital Ҡоролтайҙа» конференцияһында цифрлы революция тураһында фекер алышыу бара. Башҡортостандың баш ҡалаһына цифрлы медиа лидерҙары һәм илдә мәғлүмәт исемлеген билдәләгән кешеләр килде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ла аудитория алдында сығыш яһаны һәм көндәлек тормошта интернеттың роле хаҡында фекере менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул социаль селтәрҙәргә бик күп файҙалы ҡоралдарҙың береһе тип ҡарай.  Мәҫәлән, властар Өфөлә йәшәүселәрҙең ял көндәре алдынан аэропорт юлының ябылыуына, шул сәбәпле ҙур тығын барлыҡҡа килеүенә ризаһыҙлыҡ белдереүен ишетте һәм ремонт эштәре графигына төҙәтмәләр индерелде.

«Дәүләттең социаль селтәрҙәр һәм уларҙа маҡсаттар булдырыусылар йөҙөндә партнёры барлыҡҡа килде, — тине Радий Хәбиров. — Унда ғәмәлдәребеҙҙең дөрөҫлөгө һәм дөрөҫ булмауы сағыла».

Республика етәксеһе иҫәпләүенсә, хәҙер маҡсаттар, фекерҙәр интернетта барлыҡҡа килә, ә гәзиттәр үҙ позицияларын юғалта.

Шул уҡ ваҡытта дәүләт интернетта төп маҡсаттар булдырыусы булып ҡала, тип ышана Радий Хәбиров һәм бында кимәл буйынса тиң уйынсы юҡ. MediaMetrics компанияһына нигеҙ һалыусы Герман Клименко ла уны хупланы, уның әйтеүенсә, интернетта профессионалдар осоро башлана. Бынан тыш, һәләтле блогерҙар йыш ҡына дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә башлай, сөнки иң ҙур мөмкинлектәр – тап дәүләт структураларында, шул иҫәптән финанс яҡтан да. Дәүләттең бурысы – бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҙ функцияһын үтәү.

Радий Хәбиров интернетта үҙ фекерен белдереүселәрҙе лә хупланы.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 18% бөтөнләй интернет ҡулланмай, 62% көн һайын селтәрҙән файҙалана. Иң әүҙем ҡулланыусылар 24 йәшкә тиклемгеләр — 84%, 30-45 йәшлектәр — 35%.

http://www.bashinform.ru/news/1319831-radiy-khabirov-osnovoy-sozdatel-smyslov-v-internete-gosudarstvo/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть