Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң Затон биҫтәһендә ҙур ауыл хужалығы продукцияһын бүлеү үҙәге төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Затон баҙары биләмәһендә майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек бүлеү үҙәге төҙөлә. «Евразия Сауҙа альянсы» компаниялар төркөмө етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттәге «Инвестиция сәғәте»ндә төҙөлөш пландары хаҡында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, үҙәк 30 мең тоннаға тиклем ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 590 миллион һум самаһы. Әлеге ваҡытта объектта төҙөлөш эштәренә әҙерлек алып барыла.

Вице-премьер — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов яңы комплекстың урындағы тауар етештереүселәрҙең конкуренцияһына булышлыҡ итәсәген һәм ауыл хужалығы продукцияһына арзан хаҡтарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәген билдәләне.

Бүлеү үҙәген төҙөү проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Дәүләт ярҙамының суммаһы — 93 миллион һум. Һалым буйынса льготалар, ҡорамал һатып алыуға сығым өлөшөн субсидиялау, инфраструктура үткәреү ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1319802-v-ufe-v-zatone-postroyat-krupnyy-raspredelitelnyy-tsentr-selskokhozproduktsii/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть