Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Башҡорт энциклопедияһы» «Ҡыҙыл майҙан» китап фестиваленең дипломына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» V «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә «Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма» номинацияһында еңеү яуланы.

Башҡорт энциклопедиялары ошо китап форумында өсөнсө тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы баҫмалары тип танылды. 2015 һәм 2016 йылдарҙа «Башҡортостан халыҡтары» һәм «Әбйәлил энциклопедияһы» лауреат булды.

2014 йылда «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы Ашхабадта «Китап – хеҙмәттәшлек һәм прогресс юлы» абруйлы халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә икенсе урынды алды. Рәсәй кимәлендәге төрлө китап конкурстарында республика энциклопедиясыларының 10 баҫмаһы еңеү яуланы, тип белдерҙеләр «Башҡорт энциклопедияһы» фән учреждениеһында.

http://www.bashinform.ru/news/1319577-bashkirskaya-entsiklopediya-poluchila-diplom-knizhnogo-festivalya-krasnaya-ploshchad/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть