Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.91 ↑

EUR 70.47 ↓

12 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале барышында «Беренсе бал» проектының премьераһы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале барышында «Беренсе бал» проектының премьераһы уҙҙы. Бының өсөн Өфө амфитеатры үҙәгендә махсус майҙансыҡ әҙерләнгәйне.

Ижади коллективтарҙың ҡатнашыусылары, көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, сағыу костюмдарҙа сығып, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Йәштәр оркестры башҡарған көйҙәргә бейене. Коллективҡа Линар Дәүләтбаев дирижерлыҡ итте.

«Әҙерләнергә ваҡыт күп булмаһа, коллективтар ҡатнашырға ризалашты. Шулай күп кеше йыйылыр тип уйламағайныҡ. Улар һоҡланғыс, бөтәһенә лә билдәле коллективтар: «Триумф», Ҡала мәҙәниәт һарайы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы ансамблдәре, — тине режиссер Вера Прыжанкова. — Һуңғы ваҡытта төрлө ҡалаларҙа балдар бик популяр. Беҙҙә йыл һайын Яҙғы бал уҙғарыла, өсөнсө гимназия Мария балын ойоштора. Бөгөнгө бал үҙенсәлекле — ул асыҡ һауала симфоник оркестр менән бергә үткәрелә».

Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 650 кешегә етте. Эске эштәр министрлығының Юридик институтынан балға 100 курсант, Өфө дәүләт авиация техник университетының хәрби кафедраһынан студенттар килде.  

Хореограф — «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан Александр Родионов, балды Ҡала мәҙәниәт һарайынан Ашот Бабаджанов үткәрҙе. Режиссер билдәләүенсә, был уның өсөн тәүге тәжрибә булды.

«Беренсе бал»дың аҙағында тамашасыларға артистарға ҡушылып бейергә тәҡдим ителде. Өфөләрҙең күбеһе перфоманста ҙур теләк менән ҡатнашты. Ләкин дәртләнеп киткәндәргә бер бейеү генә етмәне. Ойоштороусылар киләсәктә быны иҫәпкә алырға һәм интерактив өлөштө оҙағыраҡ дауам итергә вәғәҙә бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1319573-v-ufe-v-ramkakh-festivalya-serdtse-evrazii-sostoyalas-premera-proekta-pervyy-bal/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть