Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәбиров йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә асыҡлаған өсөн табиптарҙы дәртләндерергә ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда диспансер күҙәтеүе барышында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған участка табиптарын дәртләндереү программаһы әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә үткән күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» йомғаҡтары буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шундай күрһәтмә бирҙе.

«Ике аҙна эсендә һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Бының өсөн бюджетта 40-50 миллион һум табырбыҙ, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелгән райондарҙа һәм ҡалаларҙа проектты пилот вариантында һынап ҡарарға мөмкин», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда хөкүмәттең табиптарҙы дәртләндереү тураһында ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан ашыуыраҡ премия түләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1319466-khabirov-poruchil-pooshchryat-vrachey-za-rannee-vyyavlenie-serdechno-sosudistykh-zabolevaniy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть