Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер йылда химиянан берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйыусылар биш тапҡырға тиерлек артҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда бер йылда химиянан берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл алыусылар биш тапҡырға тиерлек артҡан.

2019 йылғы имтихан һөҙөмтәләре буйынса, 29 кеше ошо фәндән иң юғары балл йыйған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мәғариф министрлығынан. Былтыр алты ғына уҡыусы йөҙ балға яҙған. Республикала бөтәһе 3 592 уҡыусы химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған.

Шулай уҡ тарихтан имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды. Республикала 2 103 сығарылыш уҡыусыһының бишәүһе 100 балл йыйған.

Әле Башҡортостанда 57 кеше берҙәм дәүләт имтиханында иң юғары балл алған: әҙәбиәттән — ике, географиянан — өс, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — биш.

http://www.bashinform.ru/news/1319170-v-bashkirii-za-god-chislo-stoballnikov-na-ege-po-khimii-uvelichilos-pochti-v-pyat-raz-/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть