Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың өс районында һабантуй уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың өс районында һабантуй уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, Белорет районында һабантуй 15 июнгә күсерелде. Салауат һәм Ишембай райондарында халыҡ байрамы 29 июндә ойошторола.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылдан башлап республикала һабантуйҙар хәмерһеҙ уҙғарыла. 30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттары һабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

1 июндә Бөрйән районында 2019 йылғы һабантуйҙарға старт бирелде. Сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан ойошторолған байрамда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1318992-v-trekh-rayonakh-bashkirii-izmenilis-daty-provedeniya-sabantuev/  

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть