Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблен яңы етәксе менән таныштырҙылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен яңы етәксе менән таныштырҙылар. Данлы коллективтың директоры вазифаһын Алмаз Сәйетов башҡара.

Алмаз Рәсих улы Сәйетов — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1966 йылда тыуған, 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Быға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залын етәкләгән.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — республиканың төп концерт коллективы. 1939 йылда башҡорт халыҡ бейеүе белгесе, уны пропагандалаусы, һәләтле бейеүсе Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың башланғысы менән ойошторолған. Ансамбль Рәсәй Федерацияһының профессиональ хореография сәнғәте лидерҙарының береһе булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1319092-ansamblyu-narodnogo-tantsa-imeni-fayzi-gaskarova-predstavili-novogo-rukovoditelya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть