Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йөк машинаһы водителе йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙы тапатҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Башҡортостандың Ҡыйғы районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында балалар зыян күргән. Төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Үрге Ҡыйғы ауылының Ибраһимов урамындағы «Гермес» магазины янында «ГАЗель» йөк машинаһының 27 йәшлек водителе артҡы тәгәрмәсе менән йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайҙы һәм өс йәшлек малайҙы тапатҡан — балалар машина артындағы күләүектә уйнап йөрөгән.

Ҡыҙыҡай алған йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән. Табиптар малайҙы тикшергәндән һуң өйөнә ҡайтарған.

Йыш теркәлгән үлемесле юл фажиғәләре тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1319090-v-bashkirii-voditel-gruzovika-zadavil-polutoragodovaluyu-devochku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть