Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Тамара Танһыҡҡужина шашка буйынса донъя чемпионатында алға сыҡты

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Яҡутск ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында икенсе турҙан һуң Тамара Танһыҡҡужина лидерлыҡҡа сыҡты, Айгөл Иҙрисова 6-12 урындарҙа килә. Турнирҙа бөтәһе 16 ҡатнашыусы, уларҙың бишәүһе — рәсәйҙәр.

Икенсе тур дүрт ҡитға көйәрмәндәренә күп хис-тойғолар бүләк итте. Һигеҙ партияның дүртәүһендә еңеү яуланды, һөҙөмтәлелек 50% тәшкил итә.

Биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның 100 процентлыҡ һөҙөмтә: мөмкин булған дүрт мәрәйҙән дүрт мәрәй.

Дүрт шашкасының: ғәмәлдәге донъя чемпионы Наталья Садовсканың (Польша), блиц һәм рапид буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Матрена Ноговицынаның, Азия вице-чемпионы Чжао Ханьциндың (Ҡытай), 2016 йылда Европа вице-чемпионы Ксения Нахованың өс мәрәй (бер еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп). Ете спортсының, шул иҫәптән Айгөл Иҙрисованың — икешәр мәрәй.

Турнирҙа йәмғеһе 15 партия уйнарға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1319063-tamara-tansykkuzhina-iz-bashkirii-vyshla-v-lidery-na-chempionate-mira-po-shashkam/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть