Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Камил Йыһаншин Урал федераль округының Әҙәби премияһы менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

7 июндә Екатеринбургта Урал федераль округының Әҙәби премияһы лауреаттарына һәм номинаттарына билдәләр, дипломдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, беренсе урынбаҫар Борис Кириллов Әҙәби конкурс лауреаттарын, номинаттарын һәм ҡатнашыусыларын Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Николай Цуканов исеменән ҡотланы. Быйыл Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән йомғаҡлау сараһы Екатеринбургта Беренсе Урал мәҙәни форумы барышында уҙҙы, тип билдәләне ул.

«Проза» номинацияһында лауреат исеменә Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин лайыҡ булды. Ул «Ҡононоң кире ҡайтыуы» тигән повестар йыйынтығы өсөн диплом һәм алтын билдә менән бүләкләнде.

Конкурс һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо, ләкин Башҡортостан вәкиле тәүге тапҡыр билдәләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1318521-kamil-ziganshin-nagrazhden-literaturnoy-premiey-uralskogo-federalnogo-okruga/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть