Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө 12 июндә өсләтә байрамды хәмерһеҙ билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, ә иртәгә, 12 июндә, ил Рәсәй көнөн билдәләй. Башҡортостандың баш ҡалаһы шулай уҡ 445-се тыуған көнөн һәм Салауат Юлаевтың 265 йыллығын байрам итә. Һабантуй көндәрендә (документтарҙа 12 июнь тап шулай яҙылған) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында республика законының үҙ көсөнә инеүенә бәйле, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өс байрамды ла хәмерһеҙ үткәрә.

Иртәгә Өфө агломерацияһы магазиндарында, супермаркеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы законға ярашлы, Башҡортостанда һабантуй көндәрендә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында (25 майҙа), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм Йәштәр көнөндә (27 июндә) алкоголь һатырға ярамай.

http://www.bashinform.ru/news/1318460-ufa-otmetit-troynoy-prazdnik-12-iyunya-bez-alkogolya/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть