Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү үҙәген булдырыуға 300 миллион һум бүленә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү үҙәге асыла. Уны булдырыуға 300 миллион һумдан ашыу бүленә. «Сириус» белем биреү үҙәге моделе буйынса үҙәк республика инженер лицейында булдырыла. Тағы өс учреждениены мәғариф программалары өсөн майҙансыҡ сифатында файҙаланыу күҙаллана.

«Һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеүҙең төбәк үҙәгендә фән, спорт, сәнғәт йүнәлештәре буйынса мәғариф программалары тормошҡа ашырылырға тейеш», — тип һөйләнеләр ТАСС агентлығына республиканың Мәғариф министрлығында.

«Сочиҙағы «Сириус» кимәле барыһын да илһамландыра, унда булғандар тәрән интеллектуаль ҡараш менән ҡайта. Әгәр республикала ошо модель ғәмәлгә ашырылһа, был һәләтле балаларҙы асыҡлауҙың һәм ярҙам күрһәтеүҙең система булдырыусы элементтарының береһе булыр ине», — тип билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алексей Елизарьев.

http://www.bashinform.ru/news/1318404-v-bashkirii-na-sozdanie-tsentra-vyyavleniya-i-podderzhki-odarennykh-detey-vydelyat-300-mln-rubley/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть