Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың өс университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдың ҡабул итеү кампанияһы башланыуға RAEX рейтинг агентлығы, илдең 158 вузынан 50 меңдән ашыу студенттың анкета һорауҙарына яуаптарын тикшергәс, Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто рейтингын иғлан итте. Иң яҡшылар исемлегендә Башҡортостандың өс университеты бар: нефть университеты — 56-сы, медицина университеты — 65-се, авиация университеты 99-сы урында.

Тәүге өсәү уҙған йылдан бирле үҙгәрмәй. Улар — Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү физика-техника институты, Милли тикшеренеү ядро университеты. Иң яҡшы 30 араһында — Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән 17 вуз, Санкт-Петербургтан дүрт университет, Томскиҙан икәү, Новосибирск дәүләт университеты, Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, шулай уҡ биш федераль университет – Урал, Себер, Ҡазан (Волга буйы), Алыҫ Көнсығыш һәм Көньяҡ.

«Рәсәйҙең иң яҡшы юғары йорттарының бер нисә төбәктә урынлашыуы алыҫ субъекттарҙа йәшәгән, сифатлы белем алырға теләгән сығарылыш уҡыусылары өсөн проблема булып тора. Сөнки өйҙән алыҫта уҡыу өсөн финанс яҡтан юғалтыуҙарға һәм башҡа ауырлыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Өҫтәүенә Мәскәүҙең иң яҡшы вуздарының өстән ике өлөшө тиерлек — баш ҡала мәктәптәрен тамамлаусылар, улар менән конкуренцияны ла йырып сығырға кәрәк бит әле, — тип билдәләй RAEX аналитиктары. — Шуны ла иҫтә тотоу зарур: бөтәһе лә бюджет бүлексәһенә уҡырға инә алмай. Мәҫәлән, Рәсәй дәүләт гуманитар университетында беренсе курс студенттарының 30% бушлай уҡый. Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында бюджетта уҡыусыларҙың өлөшө – 27%, ә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ул 20% кәмерәк тәшкил итә».

http://www.bashinform.ru/news/1318314-tri-bashkirskikh-universiteta-voshli-vo-vtoruyu-polovinu-top-100-vuzov-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть