Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙән Башҡортостан башлығы вазифаһына тәҡдим ителде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһында 8 сентябрҙәге һайлауҙа Радий Хәбировты партиянан Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Алдан тауыш биреү процедураһында ҡатнашҡан барлыҡ дүрт кандидат та конференцияла ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең программалары менән таныштырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй» праймеризында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев, «Рәсәй терәге»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Эшмәкәрлегемдең һәм командамдың төп маҡсаты — республикабыҙҙың күп милләтле халҡының мәнфәғәттәре. Халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алырбыҙ, ғәҙел булырбыҙ. Беҙ билдәле бер һайлау процесын башлайбыҙ. Һәр берегеҙ минең һәм командамдың эшен күрҙе. Артабан да эшмәкәрлегемдә бер нәмә лә үҙгәрмәҫ», — тине Радий Хәбиров.

Кандидаттарҙың сығышынан һуң конференцияла ҡатнашыусылар йәшерен тауыш бирҙе. 323 делегаттың 264-е Радий Хәбиров яҡлы булыуын белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1318175-radiy-khabirov-vydvinut-edinoy-rossiey-na-post-glavy-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть