Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Канада башҡорттары тәүге тапҡыр Taste of Russia фестивалендә ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Канаданың Торонто ҡалаһында йолаға әүерелгән Taste of Russia-2019 («Рәсәй тәме») фестивале уҙҙы. Сара дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы бүлексәһе — Канада башҡорттары ҡоролтайы унда тәүгә ҡатнашты.

Байрамға рустар, башҡорттар, татарҙар, әрмәндәр, белорустар килде. Йыйылыусыларҙы Рәсәйҙең генераль консулы һәм урындағы парламент депутаттары сәләмләне. Һәр халыҡтың вәкилдәре үҙҙәренең художестволы үҙешмәкәрлек номеры менән сығыш яһаны. Башҡорттар Рим Хәсәновтың бөтәһенә лә билдәле «Өфө йүкәләре» йырын башҡарҙы.

«Барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкәндәр ныҡ әүҙем ҡатнашты, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ Илдар Сәмерханов. — Тормош иптәшем Алла һәм Фәриҙә апайым менән башҡорт милли кейемендә килдек. Уларҙы беҙҙең филиалға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк итте. Бының өсөн ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт. Июнь аҙағында Өфөләге Башҡорт ҡоролтайына беҙҙән дә делегат бара».

http://www.bashinform.ru/news/1318029-bashkiry-kanady-vpervye-prinyali-uchastie-v-festivale-taste-of-russia/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть