Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы өсөн исем һайланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы өсөн исем һайланылар. Ул ағымдағы йылдың 1 июленән ғәмәлгә инә. Юл өсөн автоматлаштырылған түләү системаһы «Алға» тип атала. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

«Берҙәм транспорт картаһы ҡала һәм муниципаль-ара бәйләнеш транспортына этаплап индерелә башлай, —  тип билдәләне чиновник. — Карта күп өҫтөнлөккә эйә, иң мөһиме — уңайлы һәм финанс яҡтан отошло».

Йәмәғәт транспортында Берҙәм транспорт картаһы өсөн махсус терминалдар ҡуйыла. Әле республиканың 1909 транспорты ошо аппараттар менән йыһазландырылған.

Карта менән түләгәндә юл хаҡы арзаныраҡҡа төшә. Мәҫәлән, хәҙер «Башавтотранс» автобустарында ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 25, ә транспорт картаһы йәки банк картаһы менән 20 һум. Карта буйынса юл хаҡы тулыландырыу суммаһына ҡарап үҙгәрер тип күҙаллана. Күберәк аҡса һалһаң, юл йөрөү хаҡы ла осһоҙораҡ була.

Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киосктарында, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Карта  50 һум тора. Тотош республикала тулыландырыу пункттары селтәре асыла, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы-онлайн йәки Уралсибтың интернет банкы аша аҡса һалырға була.

Берҙәм транспорт картаһы тураһында тулыраҡ  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1317987-v-bashkirii-vybrali-nazvanie-edinoy-transportnoy-karty-/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть