Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең һәр көнө салют менән тамамлана

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең һәр көнө салют менән тамамлана. Републиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте.

Фестивалдэң беренсе көнө Милли кейем байрамынан башлана. Министр баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын байрамда ҡатнашырға саҡырҙы.

«Былтыр байрамға 1200 самаһы кеше килде, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән ҡатнашыусылар бар ине. Беҙҙең милли кейемдәге Әйлән-бәйлән Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелде. Быйыл Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары теркәлде лә инде. Өфө ҡалаһынан 600 кеше ғариза бирҙе, — тип билдәләне Әминә Шафиҡова. — Ижади коллективтар ғына түгел, ғаилә, балалар менән дә килергә мөмкин. Киске 6-ға Башҡорт драма театры янына йыйылабыҙ һәм амфитеатр яғына атлайбыҙ».

Амфитеатр сәхнәһендә тамашасыларҙы «Арғымаҡ» һәм «Ингервала» төркөмдәре ҡатнашлығында концерт көтә. Сәғәт 8-ҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестивале асыла. Мәскәүҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 120 кеше килде. Бөгөн фестиваль Благовещенда, иртәгә Бөрөгә юллана, 12 июндә Өфө амфитеатрындағы Этнотөндә тамамлана. Фестивалдең беренсе көнөндә Би 2 төркөмө сығыш яһай һәм Ҡала көнө уңайынан фейерверк була.

13 июндә Симфоник төндә Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры һәм Милли симфоник оркестры сығыш яһай.

«Тәүге тапҡыр Беренсе бал ойошторорға булдыҡ. Унда ижади коллективтарҙан 600 кеше ҡатнаша. 100 курсант ебәргән Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Юридик институтына рәхмәт белдерәбеҙ», — тине министр.

Симфоник төндө солистар Аскар Абдразаҡов, апалы-һеңлеле Терентьевалар һәм башҡалар дауам итә.

14 июндә танылған солистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында республиканың 100 йыллығы уңайынан «Алға, Башҡортостан!» тигән концерт була. Алһыу, «Пицца», Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Элвин Грей, «Бүреләр», «Заман», РНТ, Роберт Юлдашев килә.

«Кисәнең күпселек өлөшөн Ҡурайфестҡа бағышларға уйлайбыҙ. Бөтә муниципалитеттарға ла ҡурайсыларын ебәреүҙәрен һорап яҙҙыҡ. 500 ҡурайсыны бергә йыйырға теләйбеҙ», — тине Әминә Шафиҡова.

15 июндә фестиваль ҙур гала-концерт менән тамамлана. Яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры килә. Шулай уҡ Мәликә Разакова,Владимир Маркин сығыш яһай. Хедлайнер — Эмир Кустурица менән No Smoking Orchestra.

«2013 йылда беҙ «Евразия йөрәге»н Симфоник төндән башлағайныҡ, ул саҡта 10 мең самаһы кеше ҡатнашты. Уҙған йылда, һауа торошо насар булыуға ҡарамаҫтан, 130 мең кеше булды. Тура трансляцияны 200 мең кеше ҡараны, — тип хәбәр итте министр. — Быйыл көндәр матур булыр тип ышанабыҙ. Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм фестивалдең рәсми сайтында тура трансляция күрһәтелә. Хәүефһеҙлек хеҙмәттәре йәлеп ителә. Ҡала халҡы әүҙем ҡатнашыр тип уйлайбыҙ, уҙған йылда ваҡиғалар туризмы сиктәрендә туристар килде».

Министр һүҙҙәренсә, All fests порталы мәғлүмәтенә ярашлы, беҙҙең «Евразия йөрәге» фестивале рейтингта МУЗ-ТВ премияһынан ҡала икенсе урында, беҙҙән һуң — «Ал елкәндәр» фестивале.

«Беренсе булыу өсөн нығыраҡ эшләргә кәрәк!», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1317886-v-ufe-kazhdyy-den-festivalya-serdtse-evrazii-budet-zavershatsya-salyutom/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть