Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

20 июндә Владимир Путин менән тура бәйләнеш була

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 июндә «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы була. Дәүләт башлығы илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә

Программа «Беренсе», «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанцияларында эфирға сыға. Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының рәсми сайты.

Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.

«Тура бәйләнеш»кә мөрәжәғәттәр «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә лә ҡабул ителә.

Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан файҙаланыусыларҙың эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге бар.

Һорауҙар 9 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 июнгә ҡәҙәр ҡабул ителә. Уларҙың ҡыҙыҡлылары һәм көнүҙәктәре тура эфир барышында Президентҡа еткерелә. Берҙәм хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең теләһә ниндәй мөйөшөнән шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Сит илдән хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк.

0–40–40 номерына SMS һәм MMS-хәбәрҙәр рәүешендәге һорауҙар Рәсәйҙең элемтә операторҙары телефонынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы рус телендә бирергә кәрәк, күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.

9 июндән һорауҙы «Мәскәү – Путинға» рәсми мобиль ҡушымта аша ла ебәрергә мөмкин.

«Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәр – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu.

20 июндә Программаның сайтында һәм Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы (ОТР) эфирында сурдотәржемә менән трансляция була.

http://www.bashinform.ru/news/1317562-pryamaya-liniya-s-vladimirom-putinym-sostoitsya-20-iyunya/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть