Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөндән Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» аэропорты тип үҙгәртелә. Рәсәй  Президенты Владимир Путиндың тейешле указы 31 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса хәҙер 44 төбәк аэропорты күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемен йөрөтә. Әйтәйек, Ҡазан аэропорты татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай, Мәскәүҙең «Шереметьево», «Домодедово», «Внуково» һауа ҡапҡалары хәҙер Пушкин, Ломоносов һәм Туполев тип атала.

«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» — йәмәғәтслек башланғысы, уның маҡсаты — Рәсәйҙең халыҡ-ара аэропорттарына бөйөк ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен биреү. Проектты ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы, Рус география йәмғиәте һәм башҡалар.

http://www.bashinform.ru/news/1314603-aeroportu-ufa-prisvoeno-imya-mustaya-karima/

Теги: аэропорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть