Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә алкоголь һатыуҙы тыйҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй көндәрендә хәмер һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итте. Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙылар.

«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында»ғы республика законына үҙгәрештәр көн һайын алкоголде һатыуға ғәмәлдә булған тыйыуҙы өс сәғәткә арттырҙы. Хәҙер ул киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем һатылмай. Элек төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр һатырға ярамай ине.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Константин Толкачев закон һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителеүен һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтеүен билдәләне.

«Халыҡтан хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле бик күп тәҡдимдәр килә. Беҙ маҡсатҡа ярашлыларын һайланыҡ, – тип һөйләне Константин Толкачев. – Яңы закон бизнеста кире сағылыш тапмаҫҡа, халыҡтың киң ҡатламының мәнфәғәттәрен сикләмәҫкә, шул уҡ ваҡытта ҙур байрам көндәрендә йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә, йәштәр араһында спиртлы эсемлекте ҡулланыуҙы кәметергә тейеш», — тине республика парламенты спикеры.
                

http://www.bashinform.ru/news/1314100-v-bashkirii-zapretili-prodazhu-alkogolya-na-sabantuyakh-v-den-molodezhi-i-1-sentyabrya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть