Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Тамара Ғәниева — Башҡортостандың халыҡ шағиры

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Тамара Ғәниева Башҡортостандың 17-се халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды. Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уға ошо абруйлы исемде тапшырҙы.

«Бөгөн был залға йәнә башҡаларға оҡшамаған, сағыу шәхестәр йыйылды. Улар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте, таланты менән тормошобоҙҙо йәмләй, Башҡортостанды илебеҙҙең иң уңышлы, көслө төбәктәренең береһе яһай. Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән республиканың бөтә тарихы — уңыштар, хеҙмәт ҡаҙаныштары йылъяҙмаһы ул», — тине, бүләкләү тантанаһын башлап, Радий Хәбиров.

Тамара Ғәниева (Ғәниева Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) 1951 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районында тыуған. Шағир, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы. Рәми Ғарипов (1998), Фәтих Кәрим исемендәге  (2004), Баязит Бикбай (2013) премияһы лауреаты. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты (2014). Башҡорт теленә иң яҡшы  художестволы тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙе бәйләүсе еп» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты (2016).

«Шағирҙың аҡылы, күңеле һәм туған теленән башҡа эш ҡоралы юҡ. Туған телгә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә, Радий Фәрит улы, рәхмәтемде еткерәм. Ғүмеремде туған тел ярҙамында һүҙ сәнғәтен булдырыуға арнаным. Туған телебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!» — тине Тамара Ғәниева, награданы ҡабул итеп.

http://www.bashinform.ru/news/1313030-tamara-ganieva-stala-narodnym-poetom-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть