Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.79 ↑

EUR 70.96 ↓

24 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 2019 йылдың беренсе кварталында тыуым да, үлем дә кәмегән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башстат республикала тыуымдың кәмеүен һәм үлемдең аҙайыуын теркәгән. Тәбиғи кәмеү 2404 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 16957-нән 16366-ға тиклем кәмегән. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Ғинуар-мартта төбәктә 10446 сабый тыуған (2018 йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 1145-кә аҙыраҡ). Туғыҙ районда ғына тыуым буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Тыуымды яҡшыртыу өсөн тәҡдим иткән саралар башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: аборттарҙы кәметеү, ЭКО процедураларын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һауыҡтырыу.

Үлем сәбәптәре элеккесә ҡала. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары 16% артҡан, онкология сирҙәренән үлем 3% кәмегән, тышҡы сәбәптәрҙән — 29% аҙыраҡ. Ләкин шуның менән бергә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 30% артҡан — беренсе кварталда юлдарҙа 21-гә күберәк кеше һәләк булған. Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдарының, йәшәгән урынға ҡарап, үлем сәбәптәре таралыуының билдәле бер үҙенсәлектәрен теркәүе тураһында хәбәр иткәйне. Ҡалаларҙа йышыраҡ инфекцияларҙан һәм яман шештән вафат булалар. Ауылдарҙа иһә тын алыу органдары, аш һеңдереү, бәүел-енес сирҙәренән һәм тышҡы сәбәптәрҙән.

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла артҡан: уҙған йылдың ғинуар-мартында — 72 (1 йәшкәсә сабыйҙар), быйыл беренсе кварталда 76 бала яҡты донъя менән хушлашҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында билдәләнгән саралар планын үтәп, ошо проблеманы  еңеп сығырға тәҡдим итә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡа төбәктәрҙең тыуымды арттырыу буйынса тәжрибәһен өйрәнергә һәм иң ауыр күрһәткестәр теркәлгән райондарҙың мәғлүмәттәрен тикшерергә ҡушты. Мәҫәлән, Архангел, Әлшәй, Стәрлебаш райондары яман шеш менән сирләү буйынса антилидер булды: 1000 кешегә 279, 334, 366 кеше. Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе райондарында — 1000 кешегә 800-ҙән ашыу кеше, Ауырғазыла һәм Ишембайҙа 1000 кешегә 900-ҙән күберәк кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған.

«Бының сәсәбен асыҡларға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1312616-v-bashkirii-snizilis-i-rozhdaemost-i-smertnost/

                          

Теги: тыуым, үлем
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть