Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә «Рамаҙан сатыры» проектында ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

29 майҙа Мәскәүҙә йыл һайын ойошторолған «Рамаҙан сатыры» мәҙәни-хәйриә проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы кисәһе була. Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле сәйәсмәндәр, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, танылған ғалимдар йәки яҙмышы, эшмәкәрлеге беҙҙең республика менән бәйле булғандар саҡырыла.

Тамашасыларҙы Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәрҙәре әҙерләгән бай мәҙәни программа һәм байрам ифтар мәжлесе көтә. Концерт программаһында «Йатаған» этно-төркөмө ҡатнаша. Киске сәғәт 7-се яртыла башлана.

«Рамаҙан сатыры» — илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәү Хөкүмәте булышлығында Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты ойошторған мәҙәни-хәйриә проекты. 14 йыл эсендә ул мосолман донъяһының милли күп төрлөлөгө, уның бай мәҙәниәте символына һәм милләт-ара, конфессия-ара аралашыу үҙәгенә әүерелде. Рамаҙан айында Рәсәй төбәктәренең, Урта Азия республикаларының мосолман руханиҙары үҙ кисәһен уҙғара.

«Быйыл хәйриә кисәләре графигында Башҡортостан өсөн урынды республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың туранан-тура ҡатнашлығында ғына табыу мөмкин булды. Был республика властарының граждандарҙың үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүен тағы бер тапҡыр раҫлай. Башҡортостан мосолмандары өммәһе өсөн «Рамаҙан сатыры» хәйриә проектында ҡатнашыу халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, күркәмлеген һәм рухи ҡеүәтен күрһәтеү мөмкинлеге булып тора», — тип белдерҙеләр Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты. Сара Мәскәү ҡалаһы, Минск урамы, 2Б адресы буйынса үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1312493-delegatsiya-bashkortostana-primet-uchastie-v-proekte-shater-ramadana-v-moskve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть