Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.79 ↑

EUR 70.96 ↓

24 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27 майҙа туғыҙынсы һәм ун беренсе класс уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро башланды. Беренсе булып уҡыусылар үҙҙәре һайлаған сит телдәрҙән имтихан тапшыра (инглиз, немец, француз).

2019 йылда сит телдәрҙе бөтәһе 2419 дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусы тапшыра. Уларҙың 2387-һе инглиз, 31-е — немец һәм берәүһе француз теленән һынау тота, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Төп дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар сит телдәрҙән яҙма һәм телдән (шул иҫәптән «Һөйләшеү» бүлеге) имтихан тапшыра.

Шулай уҡ уҡыусыларға мотлаҡ рәүештә рус теленән һәм математиканан имтихан бирергә кәрәк. Ә физика, химия, биология, рус әҙәбиәте, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан), информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ) фәндәренән үҙенә оҡшаған икәүҙе һайлау хоҡуғына эйә.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусылар араһында йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, география, биология һәм химия киң популярлыҡ менән файҙалана.

Рус теленән һәм математиканан мотлаҡ имтихандар 28 майҙа һәм 6 июндә уҙғарыла.

Бынан тыш, бөгөн, 27 майҙа, Башҡортостанда «география» һәм «әҙәбиәт» буйынса берҙәм дәүләт имтиханы башлана. Географиянан — 688, әҙәбиәттән 997 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра.

Республикала берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу барышында 67 имтихан үткәреү пункты йәлеп ителә. Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоронда – 19 787, төп дәүләт имтиханында 43 139 кеше ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1312542-v-shkolakh-bashkirii-startoval-osnovnoy-period-gosudarstvennoy-itogovoy-attestatsii/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть