Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.36 ↑

EUR 70.93 ↓

15 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ҡаланың Тыуған көнөн ойоштороуға 1,5 миллион һум тотонорға әҙер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө хакимиәте 12 июндә ҡаланың Тыуған көнө уңайынан һигеҙ майҙансыҡта байрам сараларын ойоштороу өсөн 1,5 миллион һум тотонорға әҙер. Рәсми сайтта баҫылған дәүләт һатып алыуҙары документтарына ярашлы, аҡса сценарий яҙыуға, режиссер-ҡуйыусы һәм техник төркөм, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары, операторҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелә.

«2019 йылдың Ҡала көнөнә арналған байрам программаһы юғары художестволы тематик театрлаштырылған тамашанан торорға тейеш. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы символикаһын трансляциялау һәм «Өфө – Беренсе Республиканың баш ҡалаһы» театрлаштырылған тамашаһын ойоштороу мотлаҡ», — тиелә документтарҙа.

Бынан тыш, аукцион еңеүсеһе сәхнә ҡороуҙан тыш, байрам тамамлағас, ике сәғәт эсендә конструкцияны һүтеп алырға бурыслы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфө 445-се тыуған көнөн билдәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1312410-ufa-na-organizatsiyu-dnya-rozhdeniya-goroda-potratit-1-5-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть