Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.52 ↓

EUR 71.23 ↑

26 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Күмертауҙың элекке мэры Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Хәҙер инде Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бынан алда ошо вазифаны биләгән Михаил Киреев хәҙер хөкүмәттә хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы. Элек был йүнәлештәр өсөн яңыраҡ донъя ҡуйған Артур Әхмәтханов яуап бирҙе. Хөкүмәттәге кадрҙар үҙгәреше тураһында оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Борис Беляев 1976 йылдың авгусында Күмертауҙа тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Көйөргәҙе» Ермолаев араҡы-спирт комбинатында башлай, унда бүлек етәксеһе һәм директорҙың хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй, ошо предприятиеның юридик бүлеген етәкләй. 2002-2009 йылдарҙа – «Рәсәй почтаһы»ның Күмертау бүлексәһе етәксеһе. 2009 йылда Күмертау хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан –ҡала хакимиәте башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1312485-byvshiy-mer-kumertau-boris-belyaev-naznachen-novym-vitse-premerom-pravitelstva-bashkirii/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть