Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.36 ↑

EUR 70.93 ↓

15 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

1000 велосипедсы көнөндә Өфө буйлап 12 мең ҡатнашыусынан торған колонна уҙҙы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың баш ҡалаһы туғыҙынсы тапҡыр велосипед хәрәкәте үҙәгенә әүерелде һәм «1000 велосипедсы көнө»н уҙғарҙы.

Быйыл велопарадҡа өфөләрҙән тыш, Салауат, Октябрьский, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡушылды.

«Башҡортостанда ошо ҙур байрамды Рәсәйҙең төп спорт төбәге булараҡ үткәрәбеҙ. Быйыл беҙҙең велоуҙыштың республика кимәлендә ойошторолоуы һәм башҡа ҡалаларҙы үҙ эсенә алыуы бик яҡшы. Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн сәләмәт команда!»,  – тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.

Шулай уҡ стартта ҡатнашыусыларҙы баш ҡаланың элекке мэры, хәҙер Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Ирек Ялалов ҡаршы алды.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: велосипедсыларға «матур номерҙар» һатыу иҫәбенә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» хәйриә проекты өсөн 85 мең һум йыйылды.

Колонна менән 12 мең кеше үтте. Республика ҡалаларында — Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа тәүгә уҙған велофестивалдәрҙә ике мең кеше ҡатнашты.    

http://www.bashinform.ru/news/1312370-den-100-velosipedistov-proshel-v-bashkirii-v-devyatyy-raz-i-sobral-30-tysyach-uchastnikov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть