Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы. Көндөҙгө сәғәт 2-нән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында конференцияның алты секция ултырышы асылды, тип хәбәр итте Мәғариф министрлығының матбуғат секретары Лина Сарбаева.

«Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы 2020 йылғы VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ул донъя халыҡтарының мираҫын тикшереү, рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен популярлаштырыу өсөн фольклорсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең, телселәрҙең, тарихсыларҙың, философтарҙың, уҡытыусыларҙың көсөн берләштереүгә йүнәлтелгән.

Конференцияла Башҡортостандан, Татарстандан, Тыва, Хакасия, Саха Республикаһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Төркмәнстандан һәм Үзбәкстандан ауыҙ-тел ижады өлкәһендәге билдәле ғилми эшмәкәрҙәр, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары, илдең сәйәси эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Форум барышында яҡут телендә донъя күргән «Урал батыр» эпосы менән таныштырыу сараһы була.

Конференция танылған фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы, 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйылмаһы авторҙарының береһе Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтә. Әхмәт Сөләймәнов бөтә ғүмерен башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә бағышлаған. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында күренекле ғалимдың исемен йөрөткән Евразия халыҡтары этнографияһы һәм фольклоры лабораторияһы эшләй.

Башҡорт халҡының  «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтарының әҙәби ҡомартҡылары араһында лайыҡлы урын биләй һәм «Ҡорҡот Ата», «Алпамыш», «Манас», «Олонхо», «Калевала», «Джангар» кеүек бөйөк әҫәрҙәр менән бер рәттә тора.

Форумды ойоштороусылар –  Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәт институты.

http://www.bashinform.ru/news/1311883-v-ufe-sobralis-issledovateli-bashkirskogo-narodnogo-eposa-ural-batyr-/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть