Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың өс колледжы WorldSkills Russia хәрәкәтенең иң яҡшы 100 белем биреү ойошмаһы иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

WorldSkills Russia 2018 йыл өсөн «Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)» хәрәкәтенең иң яҡшы 100 белем биреү ойошмаһын билдәләне. Улар араһында — Башҡортостандың өс уҡыу йорто: Стәрлетамаҡ күп профиллие һөнәри колледжы, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы, С.И. Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжы.

VII «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты барышында иң яҡшы колледждар һәм техникумдар бүләкләнде. Рәсәйҙең 32 төбәгенән белем биреү ойошмалары дипломдарға лайыҡ булды.

Был колледждарҙа һәм техникумдарҙа WorldSkills һөнәри оҫталыҡ буйынса Рәсәй чемпиондарын әҙерләгәндәр. Илдең иң яҡшы белем биреү ойошмалары төбәк чемпионаты еңеүселәренең һәм конкурсанттарының булыуы, конкурсанттарҙың 2017 һәм 2018 йылдарҙа милли чемпионаттың һайлап алыу турында һәм финалында ҡатнашыуы, уҡытыусылар араһында эксперттарҙың булыуы, колледждың EuroSkills 2018 Европа чемпионатына конкурсанттар әҙерләүҙә ҡатнашыуы һәм башҡа критерийҙар буйынса билдәләнде.

Иң яҡшы белем биреү учреждениеларының тулы исемлеген һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1311948-tri-kolledzha-bashkortostana-voshli-v-top-100-worldskills-russia/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть