Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала һаулыҡты бушлай тикшертергә мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» башлана. 27 майҙан 31-енә тиклем республиканың Сәләмәтлек үҙәктәрендә һәр кемдең бушлай артериаль ҡан баҫымын үлсәтеү, флюорография үтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеү факторҙарын асыҡлау, терапевт, кардиолог, стоматолог һәм башҡа табиптарҙан консультация алыу мөмкинлеге бар. Ә донорҙар ҡан тапшыра ала.

Тикшереүҙе махсус медицина модулдәрендә үтергә була. Мәктәптәрҙә сәләмәтлек дәрестәре уҙғарыла.

Программа:

27 май — табиптар һәм пациенттар командалары араһында футбол уйыны. Уҙғарыу урыны—  «Динамо» стадионы (Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы,2). Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана; ​

30 май — В.И.Ленин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам (З. Вәлиди урамы,47). Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1311859-zhiteli-bashkirii-besplatno-mogut-proyti-obsledovanie-organizma-/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть