Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.47

EUR 71.53

16 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VII«Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале асылды. Фестиваль Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған. Фестивалде асып, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йыйылыусыларҙы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәм Башҡортостан Хөкүмәте исеменән сәләмләне.

Еңеүсе театрға халыҡтарҙы берләштергән тирмә рәүешендәге төп бүләк тапшырыла. Быйыл тәүге тапҡыр жюри һәм тәнҡитселәр коллегияһы дөйөм эксперт советына берләшкән. Хәҙер фестивалдең даими президенты — уны ойоштороусыларҙың береһе, танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов. Жюри рәйесе сифатында Өфөгә Рәсәй Армияһы театры, режиссер, театр педагогы, актер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Морозов килде.

Фестиваль 30 майға тиклем дауам итә. Республиканың баш ҡалаһында биш илдән һәм Рәсәйҙең алты төбәгенән — Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан театр коллективтары сығыш яһай. Аҙна дауамында Өфө сәхнәләрендә 13 спектакль күрһәтелә. Спектаклдәр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры, Башҡорт опера һәм балет театры, Рус дәүләт драма театры сәхнәләрендә ҡуйыла.

«Күңелдә ошонда йыйылғандарҙың һәммәһен дә берләштергән туғанлыҡ хисе бар», — тип билдәләне художество етәксеһе Олег Ханов һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға — төрлө театр вәкилдәренең барыһына ла иҫтәлеккә театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров эшләгән бетеүҙе таратыуҙарын һораны.

Башҡортостандан бер юлы ике театр: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе («Өс таған» спектакле, Мостай Кәрим) һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дарма театры («Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле,  Гүзәл Яхина) ҡатнаша. Конкурстан тыш программала Салауат башҡорт драма театрының «Бер, ике, өс…» спектакле (Олжас Жанайдаров) күрһәтелә.

Фестиваль барышында лекциялар, фекер алышыуҙар, лабораториялар, «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» ғилми-ғәмәли конференцияһы, Театр йыйыны (Һабантуй), дискуссия клубы һәм фестивалдә ҡатнашҡан театр артистары менән этно-концерт була.

http://www.bashinform.ru/news/1311687-v-ufe-otkrylsya-vii-mezhdunarodnyy-festival-tyurkoyazychnykh-teatrov-tuganlyk/

                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть