Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы яры: Радий Хәбиров уның буйынса ниндәй ҡарар ҡабул итте?

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Ағиҙел йылғаһы яры — Өфөлә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур инфраструктура проекты. Реконструкция эштәре 2014 йылдан алып барыла. Быйыл Ағиҙел йылғаһы буйында төҙөлгән гидротехник ҡоролмаларҙың бөтә дүрт сираты ла файҙаланыуға тапшырыла. Салауат Юлаев һәйкәленән ҡаланан көньяҡҡа сығыу юлы тирәһендәге автомобиль күперенә тиклемге участканы сафҡа индереүгә рөхсәт бар. 2019 йылда яр буйын, шул иҫәптән Дуҫлыҡ монументы янындағы биләмәне  төҙөкләндереү тамамлана.

Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Уға Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған тау итәгендәге амфитеатрҙы күрһәттеләр. Асыҡ концерт майҙансығы 1260 урынға иҫәпләнгән. Әле төҙөлөш эштәре бара, сәхнә ҡорола. Радий Хәбиров иғтибарын амфитеатр тамашасыларға ла, музыканттарға ла уңайлы булһын өсөн уның бөтә элементтарын уйлау кәрәклегенә йүнәлтте.

«Урын бик матур, һәйкәл, тау, йылға күренә. Һәйбәт идея», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Тимер юл күперенән Ағиҙел урамына тиклем реконструкция эштәре алып барылған яр буйының дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым тәшкил итә. «Йәшлек» спорт һауыҡтырыу комплексынан автомобиль күперенә тиклемге участка төҙөкләндерелгән, унда йөрөргә мөмкин. РусГидро компанияһы «Гидроремонт ВКК» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Арсений Мортазин хәҙер ошо участканың өҫкө өлөшөндә автомобиль юлына асфальт, тротуар плиткаһы түшәү, йүгереү һәм велосипед юлдары һалыу кеүек эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Эштәр 1 июлгә тамамлана. «Дортранстрой» компанияһы ла Дуҫлыҡ монументы янында автомобиль юлын төҙөй башланы, ул ағымдағы йылдың 30 июленә тапшырылырға тейеш.

Быйыл Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге транспорт сиселешен төҙөкләндерә башлау күҙаллана. Дуҫлыҡ монументы яғында Сочи урамы аҫтында йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү башланған. Салауат Юлаев проспектында 121 метр оҙонлоҡтағы ер аҫты үткәүеленә ла капиталь ремонт үткәрелә. Был тоннель 30 йылға яҡын ябыҡ килеш торҙо.

Радий Хәбиров фекеренсә, яр буйына барыу һәм кәңәшмә уҙғарыу уның автомобиль юлы һалыу кәрәклеге йәһәтенән дә шиктәрен таратты.

«Әгәр юлды йөрөй торған итеп эшләһәк һәм ул транспорт системаһының бер өлөшө булһа, трафик мәсьәләләрен хәл итһә, яр буйын юҡҡа сығарыр тигән хәүеф бар ине. Ләкин хәҙер ҡарап сыҡҡас, әгәр хәрәкәтте, парковка урындарын грамоталы ойошторғанда, яр буйынан тыш, транзит линияһын да алырға мөмкин икәнен күрҙек. Был бик мөһим», —  тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.

    

http://www.bashinform.ru/news/1311683-naberezhnaya-beloy-chto-zhdet-ufimtsev-i-kakoe-reshenie-po-ney-prinyal-radiy-khabirov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть