Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың ниндәй тармаҡтарында иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡы – статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан статистиктары иҡтисад өлкәһендәге иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡын атаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл март айында республикала уртаса эш хаҡы 34 996 һумға еткән. Был уҙған йылдың мартына ҡарағанда 8,5 процентҡа күберәк.

Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың ғинуар-мартында Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 33 460 һум тәшкил иткән. Бер йылда 7,6 процентҡа артҡан.

Республикала мәшғүл халыҡ һаны быйыл I кварталда 1,808 миллион кешенән ашҡан. Был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 55,1% тап килә.

Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала. 2019 йылдың ғинуар-мартында уртаса 64 337 һум.

Ошо ваҡыт эсендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 55 594 һумға еткән.

Шартлы «хеҙмәт хаҡы» рейтингында өсөнсө урында — химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре (48 361 һум).

Һәм, киреһенсә, Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы күн һәм күн әйберҙәр етештереү өлкәһендә эшләгәндәрҙә — ғинуар-мартта уртаса 13 844 һум.

Йыһаз эшләү менән шөғөлләнгәндәр аҙ ғына күберәк алған — 14 478 һум.

Төбәктә иң түбән хеҙмәт хаҡы буйынса өсөнсө урында — «Кейем-һалым етештереү» һәм «Ҡунаҡханалар һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары эшмәкәрлеге». Ошо ике өлкә хеҙмәткәрҙеренең уртаса эш хаҡы 18 835 һәм 18 933 һум тәшкил иткән, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.

http://www.bashinform.ru/news/1311531-v-kakikh-otraslyakh-bashkirii-samye-bolshie-i-malenkie-zarplaty-statistika/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть