Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Ураҙа байрамында 10 мең кешене былау менән һыйлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

4 июндә дин тотҡан мосолмандар Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика Ураҙа байрамы ойошторола.

«Ватан» этно-паркында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы, хәләл йәрминкә, бүләктәр уйнатыу ҡаралған. «Башҡортостан» Lifestyle үҙәге янында ла байрам итеү өсөн майҙансыҡ ойошторола. Бөтә майҙансыҡтарҙа ла былау менән һыйлайҙар.

«Ойоштороусылар 10 меңдән ашыу кешене былау менән һыйларға уйлай. Был — үҙенсәлекле проект, башҡа төбәктәрҙә мосолман байрамын беҙҙәге кеүек үткәргәндәре юҡ», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 5 майҙа бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айын ҡаршы алды.

http://www.bashinform.ru/news/1311524-v-ufe-na-uraza-bayram-10-tysyach-chelovek-nakormyat-plovom/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть