Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Халыҡ-ара төрки журналында ике Башҡортостан яҙыусыһының хикәйәләре баҫылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Ҡәрҙәш ҡәләмдәр» халыҡ-ара төрки журналында ике Башҡортостан яҙыусыһының хикәйәләре баҫылған. Гөлнара Тәүлийәрова тәржемәһендә Лариса Абдуллинаның «Мәтрүшкәле сәй» хикәйәһе һәм Азамат Юлдашбаевтың «Хыялланып ҡарағайны бәндә» әҫәре донъя күргән.

«Мәтрүшкәле сәй» хикәйәһе яҙмыш ҡушыуы буйынса илебеҙҙең төньяғында йәшәгән башҡорт тураһында бәйән итә. Әҫәр башҡорт һәм рус телдәрендә республика баҫмаларында баҫылып сыҡты һәм «Юлдаш» радиоһында яңғыраны.

«Төрки донъяһы авторҙары менән күптән хеҙмәттәшлек итәм. Ҡаҙаҡ шағиры Ғалым Жайлыбайҙың, үзбәк шағиры Насретдин Мөхәмәҙиевтың шиғырҙарын, ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың, нуғай яҙыусыһы Иса Капаевтың һәм башҡа замандаштарыбыҙҙың хикәйәләрен башҡортсаға тәржемәләнем», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Лариса Абдуллина.

Был һанда шулай уҡ Азербайжан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Молдова яҙыусыларының әҫәрҙәре, Рәсәй авторҙарынан шағир Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙары баҫылған.

http://www.bashinform.ru/news/1311482-v-mezhdunarodnom-tyurkskom-zhurnale-opublikovany-rasskazy-dvukh-avtorov-iz-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть