Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 26 майҙа алдан тауыш биреүҙә 64 иҫәп участкаһы асыла

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, был йәкшәмбе, 26 майҙа, алдан тауыш биреү була. Республикала 64 иҫәп участкаһы эшләй. Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 776 төп һайлау кампанияһы уҙғарыла, ауыл һәм ҡала биләмәләрендә 7304 мандат алмаштырыла. 26 майҙа алдан тауыш биреү 10 меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа беренсе модель буйынса ойошторола. Ағымдағы кампанияла ете муниципалитет ошо критерийға эләгә.

Шулай уҡ был көндә республика Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау буйынса кандидаттар билдәләнергә тейеш. Өфөләр (9-сы Ҡояшлы һайлау округы) һәм Нефтекамала йәшәүселәр һайлай. Ә Өфө ҡала Советына өҫтәмә һайлау 8-се (Ленин районы) һәм 14-се (Орджоникидзе районы) бер мандатлы һайлау округтары буйынса үткәрелә. Өфө һәм Нефтекама буйынса иҫәп участкалары исемлеген «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе сайтында табырға була, башҡа муниципалитеттарға ҡағылышлы мәғлүмәт һайлаусыларҙың йәшәгән урыны буйынса эленә.

Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә бөтәһе 14,5 меңдән ашыу кандидат ҡатнаша, уларҙың 2000-дән күберәге — йәштәр. Был — ярайһы уҡ юғары күрһәткес, ул йәштәрҙең республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй.

Процедура партия эсендә генә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, алдан тауыш биреүҙә партия ағазалары ғына түгел, бөтәһе лә ҡатнаша ала. Бының өсөн 26 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем иҫәп участкаһына паспорт менән килергә кәрәк. Тауыш биреү рейтинглы һәм бер юлы бер нисә кандидатты билдәләргә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1311443-v-bashkirii-26-maya-na-predvaritelnom-golosovanii-otkroyutsya-64-schetnykh-uchastka-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть