Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Наталья Лапшина Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул тармаҡты программалы үҫтереү, мәғлүмәт һәм йыйылма-аналитик эш, этномәҙәни үҫеште һәм төбәк-ара хеҙмәтттәшлекте үҫтереү, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә кадрҙар һәм хоҡуҡи эш мәсьәләләре өсөн яуаплы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Белешмә. Наталья Лапшина 1974 йылдың 20 июлендә Силәбе өлкәһендә тыуған. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Күмертау ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә директорҙың кластан тыш һәм мәктәптән тыш эш буйынса урынбаҫары булып башлай.

1998-2005 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһының 1-се Белем биреү үҙәгендә директорҙың кластан тыш һәм мәктәптән тыш эш буйынса урынбаҫары.

2005-2010 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университеты Күмертау филиалы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

2010-2019 йылдарҙа — Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары.

Беренсе класлы муниципаль кәңәшсе.

http://www.bashinform.ru/news/1311245-naznachen-pervyy-zamestitel-ministra-kultury-bashkortostana/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть