Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Быйыл республикала йәйге лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа 390 меңдән ашыу бала ял итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың йәйге һәм мәктәп лагерҙары, шифаханалар каникулдар осоронда 390 меңдән ашыу баланы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға ҡабул итергә әҙер (бөтә уҡыусыларҙың 83%). Был хаҡта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Ошо маҡсатҡа 1 миллиард 833 миллион 770 мең һум бүленгән. Шуның 1,5 миллиард һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһынан һәм 272,2 миллион һумы – муниципаль бюджеттарҙан.

Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, балалар өсөн 2 652 ойошма әҙерләнгән: 1407-һе – мәктәп яны лагеры, 110-ы – ҡала ситендә, 985-е – хеҙмәт һәм ял лагеры, 27-һе – балалар шифаханаһы, 37-һе – палаткалы лагерь, 85-е – профилле лагерь.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, бер балаға йәйге ял һәм һауыҡтырыу юлламаһының уртаса хаҡы төбәк ҡаҙнаһына 17 мең һумға төшә.

http://www.bashinform.ru/news/1311067-v-bashkirii-v-letnikh-lageryakh-i-sanatoriyakh-v-2019-godu-otdokhnut-bolee-390-tysyach-detey/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть