Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Ростех Дәүләт корпорацияһы менән үҙ-ара эш итеү буйынса эшсе орган булдырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ростех Дәүләт корпорацияһы делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанда. Делегация составында корпорацияның төп йүнәлештәре вәкилдәре – етештереүҙе, иҡтисадты һәм финанс эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә етәкселәр һәм белгестәр бар.

«Беҙ авиатехника һәм комплектлаусылар етештереүселәрҙең барыһын бергә туплау маҡсатын ҡуябыҙ. Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһы предприятиелары һәм беҙҙең предприятиеларҙың тәьмин ителешен ҡарарға һәм аңларға кәрәк: ҡайҙа ҡабатлау бар, ниндәй бүлектәрҙе ябырға мөмкин, ҡайҙа бер-береңде тулыландырырға, тәьмин итеүселәр менән эште нисек алып барырға», — тип билдәләне бөгөн делегация етәксеһе, Ростех авиация кластерының индустриаль директоры, «Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһы» йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Анатолий Сердюков Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа.

Уның һүҙҙәренсә, киләһе аҙым — Ростех авиация кластеры стратегияһын Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһы стратегияһы менән берләштереү. «Төп бурыстарҙың береһе — холдингтың Башҡортостанда урынлашҡан һәм кластерға ингән предприятиеларында эште ентекле анализлау», тине Сердюков.

Һүҙ 35 меңдән ашыу кеше эшләгән ете предприятие хаҡында бара, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Улар – беҙҙең сәнәғәттең һәм иҡтисадтың нигеҙе, шуға ошо предприятиеларҙа барған һәр нәмә беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был предприятиелар бөтә пландарҙы һәйбәт үтәй, – тине төбәк етәксеһе. – Һәр береһенең тиерлек үҙенең инвестиция программаһы бар. Инвестиция эшмәкәрлеге тормошҡа ашырылһа, Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең яғынан ошо предприятиеларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер».

Төбәктә Ростех предприятиеларының байтаҡ булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан етәксеһе Дәүләт корпорацияһы һәм республиканың дәүләт власы органдары араһында һөҙөмтәле һәм оператив үҙ-ара эш итеү өсөн даими эшләгән эшсе комиссия ойоштороу тәҡдимен индерҙе. Анатолий Сердюков был тәҡдимде хупланы.

http://www.bashinform.ru/news/1310986-v-bashkirii-budet-sozdan-rabochiy-organ-po-vzaimodeystviyu-s-goskorporatsiey-rostekh/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть