Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Мәғариф һәм фән министрлығы Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттары етәкселәренең эш хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы 2018 йыл өсөн ведомство ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары етәкселәренең хеҙмәт хаҡы буйынса отчет баҫтырып сығарған. Был исемлектә Башҡортостандың дүрт вузы — Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты бар.

Исемлеккә ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты ректоры уҙған йылда 455 мең һумлыҡ уртаса айлыҡ эш хаҡы алған, уның һигеҙ урынбаҫары — 114 меңдән (дөйөм мәсьәләләр буйынса проректор) 661 меңгә тиклем (фәнни эш буйынса проректор). Юғары уҡыу йортоноң баш бухгалтеры — 140 мең һум, баш бухгалтер вазифаһын башҡарыусы  215,2 мең һум алған.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректорына ай һайын уртаса 258 мең һум, ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға 125 мең һум түләнгән. Өс проректор — 147 меңдән 190 мең һумға тиклем, баш бухгалтер — 167,5 мең һум.

Былтыр нефть университеты ректорының уртаса эш хаҡы — 272,7 мең, баш бухгалтерҙың — 201,2 мең, алты проректорҙың  — 176 меңдән 209 мең һумға тиклем.

Авиация университеты: ректор — 352,7 мең, биш проректор — 157,8 меңдән 267 меңгә тиклем, 2018 йылда баш бухгалтерҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 256 мең һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1310959-minobrnauki-opublikovalo-otchet-po-zarplatam-rukovodstva-vedushchikh-vuzov-ufy/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть