Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала йәшәүселәр һаулыҡ һаҡлау системаһына аҙыраҡ зарлана башлаған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдың тәүге дүрт айында Башҡортостанда «Инцидент» системаһы белгестәре социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау системаһы буйынса 706 яҙма һәм 752 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был турала «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте.

«2018 йылдың дүртенсе кварталы менән сағыштырғанда, ялыуҙар һаны аҙайған: яҙма мөрәжәғәттәр  – 92-гә, социаль селтәр аша – 234-кә. Был саралар комплексы эше тураһында һөйләй», — тип билдәләне Прочаковская.

Төбәктә йәшәүселәр йышыраҡ мөрәжәғәт иткән темалар араһында беренсе урында — табиптарҙың етешмәүе (бигерәк тә тар йүнәлешле белгестәр), икенселә — табипҡа яҙылыуға бәйле проблемалар, өсөнсөлә – тулы булмаған күләмдә медицина ярҙамы күрһәтеү. Ялыуҙар буйынса лидерҙар – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазы, Учалы һәм Белорет райондарында, Нефтекамала, Күмертауҙа, Салауатта йәшәүселәр.

http://www.bashinform.ru/news/1311000-zhiteli-bashkirii-stali-menshe-zhalovatsya-na-sistemu-zdravookhraneniya/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть