Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Экология» милли проекты буйынса Башҡортостандың 19 муниципалитетында 29 һыу үткәргес ремонтлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә 19 муниципалитетта — Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡта 29 һыу менән тәьмин итеү объекты ремонтлана. Был тораҡ пункттарҙа үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаларынан эсәр һыу сифат талаптарына тап килмәй.

2019-2024 йылдарҙа республикала һыу тәьминәте объекттарын реконструкциялауға һәм төҙөүгә бөтәһе 4,255 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Шуның 4,16 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 85 миллион һумы республика бюджетынан бүленә.

http://www.bashinform.ru/news/1310887-po-natsproektu-ekologiya-v-bashkirii-otremontiruyut-29-vodoprovodov-v-19-ti-munitsipalitetakh/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть